БҮЛӘКӘЙ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Подлуб а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 31 км һәм Өршәк т. юл ст. К.‑Көнб. табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 297 кеше; 1959 — 183; 1989 — 142; 2002 — 162; 2010 — 129 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

1921—25 йй. Өфө кантонында ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 1925 й. 41 йорт иҫәпкә алынған. Н.З.Әбдеев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика