БӘРӘКӘТУЛЛА Мөхәммәт (1858 йәки 1859, Бхопал ҡ., Һиндостан — 1927, Сан‑Франциско ҡ., АҠШ), Һинд милли‑азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Һиндостан милли конгресы һәм Мосолман лигаһы партиялары ағзаһы. 1915 й. Кабулда эмигранттар төҙөгән ирекле Һиндостандың Ваҡытлы хөкүмәте премьер-министры итеп һайлана. 1922 й. Берлинда — Һинд бойондороҡһоҙлоғо партияһы президенты. 1918—22 йй. Рәсәйҙә була, Волга буйына, Урал алдына һәм Урта Азияға бара. 1918 й. Башҡорт хөкүмәтенә яҙған хатында совет власына ҡаршы ҡораллы көрәште туҡтатырға саҡыра. 1919 й. нояб. һәм 1920 й. мартында Башҡ. респ. һәм Өфө губернаһында була. Өфөлә Б. сығыш яһаған йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Хусаинова Г.Т. М.Баракатулла в Башкортостане //Рукопожатие через Гималаи. Уфа, 2003.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. З.Н.Алтынбаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика