БӘРҪЕҮӘНБАШ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Яңы Троицкий а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 24 км алыҫлыҡта Бәрҫеүән й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 927 кеше; 1920 — 1295; 1939 — 871; 1959 — 887; 1989 — 357; 2002 — 308; 2010 — 265 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. башында Нуғай даруғаһы Өршәк‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе (1791 й. төҙөлгән) б‑са яһаҡлы  татарҙар (һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. 1808 й. бында мишәрҙәр килеп урынлаша. Исеме гидронимдан алынған. 1795 й. 44 кеше йәшәгән, 1865 й. 91 йортта — 555 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, сана, арба, ҡалай әйберҙәр яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет (1728 й. төҙөлгән), училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, тимерлек, мануфактура һәм 3 бакалея кибете теркәлгән. Ф.С.Хөсәйенова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика