БӘРҪЕҮӘН, Благовар р‑нындағы ауыл, Ямаҡай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. табан 18 км һәм Благовар т. юл ст. 19 км алыҫлыҡта Ыҫлаҡ й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 184 кеше; 1959 — 183; 1989 — 143; 2002 — 135; 2010 — 146 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ямаҡай урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. аҙ. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1917 й.) Өфө кантонында ш. уҡ кантондың Ҡалмаш а. (хәҙ. Шишмә р‑ны) кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала.

Ә.Р.Ғайсин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика