БҮЛӘК ЯҠУПОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёвтың поход атаманы. Себер даруғаһы Байҡы а. типтәрҙәренән. Ихтилалға 1774 й. яҙында ҡушыла, Башҡортостандың төньяҡ‑көнбайышында баш күтәреүселәр етәкселәренең береһе була. Б.Я. отряды Бөрөнө алыуҙа ҡатнаша, сент. тиклем Уҫы даруғаһында хәрәкәт итә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика