БӘРЕЙ, пәрей, бире, башҡ. мифологияһында яуыз рух — ел хужаһы. Иран пәрейҙәренә барып тоташа. Хөрәфәти хикәйәләр персонажы. Исламға тиклемге дини инаныуҙарҙа асыҡ ҡиәфәт‑килбәте булмаған ҡөҙрәтле көс һанала, кешегә әҙәм йәки хайуан (айыу, өйрәк, бесәй һ.б.) булып күренә. Кеше ҡиәфәтенә ингән Б. күҙгә тылсымлы дарыу һөртөп кенә күреп була. Хөрәфәттәргә ярашлы, Б. ҡая тарлауығында (унда елде бәйләп тота) йәки тау башында йәшәй. Кеше һымаҡ уҡ көн күрә: тирмәлә йәшәй, йәйләүгә сыға, көҙөн ҡышлауға ҡайта; туй яһай һәм музыканттар саҡыра. Б. туй яһағанда йәки күсенгәндә көслө ел‑буран сыға, кеше уларҙы күрмәһә лә, арба тәгәрмәсе, ат кешнәгән һ.б. тауыштар ишетә. Б. осратыу яҡшыға булмай, кеше ауырый йәки үлә. Исем ҡушылмаған баланы Б. үҙенеке м‑н алмаштырыуы мөмкин (физик йәки аҡыл үҫеше кимәле түбән булған баланы “Б. алмаштырған” тиҙәр), шуға күрә сәңгелдәккә Ҡөрьәндән доға, тылсым һалғандар. Кешегә ярҙам итеүсе мосолман Б. айыралар. Ҡайһы берҙә кеше Б. м‑н никахҡа ингән, уларҙан ырыу бүленештәре барлыҡҡа килгән (“Биреләр араһы” легендаһы). Бисура, дейеү, ен, шүрәле Б. хас сифаттарға эйә. Күп халыҡтарҙың мифологияһында осрай.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 1‑се т. Йола фольклоры. Өфө, 1995; Нәҙершина  Ф.А. Халыҡ хәтере. Өфө, 2006.

Тәрж. С.М.Рәхимова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика