БҮЛЕНДЕК СЫҒАРЫЛМАЛЫ ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР, эҙләнелгән функцияның бүлендек сығарылмалары ингән дифференциаль тигеҙләмәләр; математик физика тигеҙләмәләре. Гиперболик тигеҙләмәләрҙе, параболик тигеҙләмәләрҙе, эллиптик тигеҙләмәләрҙе һәм ҡатнаш типтағы тигеҙләмәләрҙе айырып йөрөтәләр. Газ динамикаһында, йылы үткәреүсәнлек теорияһында, тирбәлеүҙәр теорияһында һ.б. матем. моделдәр төҙөү өсөн файҙаланыла. Башҡортостанда Б.с.т. өлкәһендәге тикшеренеүҙәр 20 б. 80‑се йй. башлап Матем. ин‑тында (А.В.Жибер, Л.А.Калякин), Механика ин‑тында (М.Ә.Илһамов, С.В.Хәбиров), ӨДАТУ‑ла (В.Ә.Байков, Р.Ҡ.Ғәзизов, Ф.Х.Мөҡминов), БДУ‑ла (Ф.В.Лубышев, Й.Т.Солтанаев, А.М.Әхтәмов), БДПУ‑ла (Д.И.Борисов, Р.Р.Ғәҙелшин), СДПА-ла (К.Б.Сабитов) һ.б. алып барыла. Шулай уҡ ҡара: Oc мәсьәләләре.

Әҙәб.: Сабитов К.Б., Биккулова Г.Г., Гималтдинова А.А. К теории уравнений смешанного типа с двумя линиями изменения типа. Уфа, 2006.

Л.А.Калякин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика