БӘРҘӘШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Байҡы а/с ҡарай; пристань. Район үҙәгенән К. 20 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 137 км алыҫлыҡта Павловка һыуһаҡлағысы янында Ҡариҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 409 кеше; 1920 — 534; 1939 — 551; 1959 — 681; 1989 — 240; 2002 — 204; 2010 — 154 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Һунлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1792 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Рәсәй үҙәк губерналарының дәүләт крәҫтиәндәре Бәрҙәш (Иҫке, Түбәнге) Кисеүе исеме м‑н нигеҙ һала, Бәрҙәш й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. 1865 й. 58 йортта 278 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Часовня булған. 20 б. 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә. 1955—56 йй. һыуһаҡлағыс төҙөүгә бәйле ауыл ҡалҡыу урынға күсерелгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика