БӘРҘЕШЛЕ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Петровский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 30 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта Шыға й. (Егән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 842 кеше; 1920 — 1010; 1939 — 1042; 1959 — 688; 1989 —249; 2002 — 254; 2010 — 212 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Тимашевка урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 18—19 бб. араһында Нуғай даруғаһы Тәлтем-Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә П.Киндяковтың алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. Һуңыраҡ Е.П.Киндякованыҡы, 19 б. уртаһында А.В.Пашковтыҡы (ҡара: Пашковтар) була. 1865 й. 50 йортта 447 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. 2 тимерлек, 2 ат ярма ярғысы, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында ш. уҡ ылаусылыҡ булған. П.Е.Живов ошо ауылда тыуған.

Н.Ғәйзуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика