БҮЗДӘКТӘР (Bryozoa), умыртҡаһыҙҙар класы. Яҡынса 4 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында диңгеҙҙә һәм сөсө һыуҙа таралған. БР‑ҙа 2 төрө бар: йомғаҡ һымаҡ Б. һәм шыуышыусы Б. Колониаль хәрәкәтһеҙ организмдар. Колониялары ҡыуаҡ, ҡабыҡ һымаҡ, кутикулалы касала урынлашҡан алғы (полипид) һәм артҡы өлөштәре (цистид) айырылған зооидтарҙан (оҙонлоғо 1 мм тиклем) тора. Целомы (тәндең икенсел ҡыуышлығы) алғы (һәрмәүес) һәм артҡы (тән) бүлектәргә бүленә. Ауыҙ ҡыуышлығы һәрмәүестәр м‑н уратып алынған даға формаһындағы үҫентелә (лофофорҙа) урынлашҡан. Аш һеңдереү системаһында эсәге элмәк кеүек бөгөлгән. Аналь тишеге ауыҙ янында урынлашҡан. Нервы системаһы 1 ганглийҙан һәм унан сыҡҡан нервыларҙан тора. Тын алыуы тәненең өҫкө йөҙө аша бара. Б. — гермафродит, аталаныуы эстә, ситтән була. Аталанған йомортҡа тышҡа сығарыла һәм һыуҙа үҫешә. Енесһеҙ үрсеү тышҡы йәки эске (сөсө һыу Б.) бөрөләнеү юлы м‑н бара. Үҫеше метаморфозлы, балағорт стадияһы бар. Балағорто (цифонаут) ике ҡапҡаслы үтә күренмәле ҡабырсаҡ м‑н ҡапланған, субстратҡа йәбешеү өсөн һурғысы бар. Бер күҙәнәкле ылымыҡтар, өйрөлтмәктәр, иң ябайҙар, детрит һ.б. м‑н туҡлана. БР‑ҙа күлдә, йылғала, быуала йәшәй. Һыу аҫты үҫемлектәрендә, таштарҙа, лапыларҙа тереклек итә. Һыу ятҡылыҡтарының таҙарыуында ҡатнаша, уларҙың таҙалыҡ күрһәткесе булып тора. Һыу аҫты үҫентеләре барлыҡҡа килтереп, гидротехник ҡоролмаларҙың эшен ауырлаштыра.

Ю.В.Островская

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика