БӘРҘЕ ҠУРҒАНЫ V, Сармат мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 3—2 бб. ҡарай. Ырымбур өлк. Бәрҙе а. эргәһендә Бәрҙе й. (Урал й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. Ырымбур пед. ин‑ты экспедицияһы (етәкселәре Д.В.Мещеряков, Н.Л.Моргунова) тарафынан 1994 й. асыла һәм 1994—95 йй. тикшерелә. 24—25 м диам., 0,4—1,5 м бейеклектәге, тупраҡ өйөп яһалған 4 ҡурған өйрәнелә. Ерләү ҡоролмалары оҙонса типтағы катакомбаны хәтерләтә (инә торған соҡорҙан, коридор‑дромостан, ерләү камераһынан тора). Мәйеттәр салҡан ятҡырып, башы м‑н көньяҡҡа йәки көньяҡ‑көнсығышҡа ҡаратып ерләнгән, аяҡ осонда ҡорбан аҙығы ҡалдығы (һарыҡ йәки йылҡы һөйәге) табылған. Керамика көршәксе түңәрә‑ гендә эшләнгән көршәккә оҡшаш һәм ҡомған рәүешендәге һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡәбергә бронза ҡыңғырауҙар (2), алтын ялатылған бронза көҙгө, бронза һәм тимер уҡ башаҡтары һәм ҡаптырмалар, тимер ҡылыстар, йәүшән һәм алтын фольга м‑н көпләнгән һаҙаҡ ырғағы, кейем‑һалым өсөн алтын һәм көмөш биҙәүестәр, таш һәм быяла муйынсаҡтар, йәнлек стилендә эшләнгән ике айырсалы алтын беләҙектәр һәм һөйәк тараҡ һалынған. Б.ҡ. V материалдары Ырымбур пед. ун‑ты фондтарында һаҡлана.

В.Н.Васильев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика