БӘНИБАШ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Истәк а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 9 км алыҫлыҡта Ҡаймаш й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 209 кеше; 1920 — 244; 1939 — 241; 1959 — 133; 1989 — 134; 2002 — 166; 2010 — 150 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Истәк урта мәктәбе филиалы) бар.

Ауылға 1683 й. Уҫы даруғаһында яһаҡлы удмурттар (һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. 1795 й. 81 кеше йәшәгән, 1865 й. 29 йортта — 156 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр.

Х.Х.Мөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика