БҮЗДӘК РАЙОНЫ, БР‑ҙың көнбайышында урынлашҡан. Төньяҡта — Саҡмағош, көнсығышта — Благовар, көньяҡта — Дәүләкән һәм Бәләбәй, көнбайышта Туймазы һәм Шаран р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Бәләбәй кантоны улустары инә (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Туймазы р‑ны составына индерелә. 1965 й. 4 нояб. яңынан ойошторола. Майҙаны — 1710 км2. Адм. үҙәге — Бүздәк а., Өфөнән көнбайышҡа табан 112 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 51,0; 1959 — 37,6; 1989 — 30,5; 2002 — 31,2; 2010 — 30,7. Милли составы (2002): татарҙар — 50,8%, башҡорттар — 40,2%, урыҫтар — 7,1%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 18,2 кеше/км2. Районда 16 ауыл советы, 82 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Бүздәк (10,3 мең кеше), Кәпәй-Ҡобау (0,9 мең) ауылдары.

Район Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Рельефы убалы тигеҙлектәрҙән тора, йырын-һыҙалар селтәре м‑н ҡатмарланған. Б.р. Татар көмбәҙенең ситке зонаһында ята. Балсыҡ һәм кирбесле ҡомло балсыҡ (Ҡаран, Сергеевка), нефть ятҡылыҡтары (Петропавловка, Ташлыкүл, Һынны ятҡылығының бер өлөшө һ.б.) асылған. Климаты континенталь, аҙ дымлы. Уртаса йыллыҡ т‑ра 2,2°С, ғин. уртаса т‑ра –15°С, июлдә 18°С. Абс. макс. т‑ра 40°С, абс. миним. –50°С. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 400—500 мм, йылы осорҙа 300—350 мм. Гидрографик селтәрҙе ҡушылдыҡтары м‑н Сәрмәсән й. барлыҡҡа килтерә. Типик һәм типик карбонатлы ҡара тупраҡ таралған, көньяҡта ҡараһыу һоро урман тупрағы осрай. Ҡайын, имән, йүкә, уҫаҡтан торған һирәк урмандар таралған. Хайуандар донъяһы дала төрҙәренән тора. Райондың көньяҡ өлөшө Асылыкүл тәбиғи паркы составына инә.

2012 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 125,6 мең га (дөйөм майҙандың 73,4%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 78,2, сабынлыҡтар — 8,4, көтөүлектәр — 39,2; урмандар майҙаны — 25,0, ер өҫтө һыуҙары — 1,1. Район Урал алды дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [2 АХПК, 2 МУАХП, 6 ЯСЙ, 96 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш үҫтереүгә, ит-һөт йүнәлешле һыйыр малы, сусҡа үрсетеүгә махсуслаша. Районда “Бүздәк” элеваторы урынлашҡан. Нефть ятҡылыҡтарын “Башнефть” АНК ААЙ “Башнефть—Добыча ЯСЙ‑ның “Уфанефть” НГДУ-һы эшкәртә. Ҡаран һәм Яңы Таулар аа. кирбес заводтары, Бүздәк консерва комбинаты, “Бүздәк-агро” ЯСЙ, “Урал Газ‑Ойл” ЯСЙ, «Сауҙа Йорто “Агрохимцентр” » ЯСЙ, юл ремонтлау-төҙөү идаралығы эшләй. Район терр‑яһынан Куйбышев т. юлы (Бөгөлмә—Шишмә участкаһы), Һамар—Өфө—Силәбе, Бүздәк—Дәүләкән, Бүздәк—Саҡмағош—Дүртөйлө автомобиль юлдары үтә. Б.р. көнбайыш иҡтисади төбәккә инә.

Районда ПУ, 18 дөйөм белем биреү мәктәбе (ш. иҫ. Бүздәк урта мәктәбе №1), 33 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар муз. мәктәбе, балалар сәнғәт мәктәбе, Балалар ижады йорто, ДЮСШ, физкультура-һауыҡтырыу комплексы; үҙәк район дауаханаһы һәм 2 дөйөм практика табибы бүлеге, 42 фельдшер-акушерлыҡ пункты; 44 клуб учреждениеһы, 28 китапхана, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. 7 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы (ш. иҫ. “Өмөт”) эшләй. “Бүздәгем йәнтөйәгем”, “Буздякские новости” гәз. сыға.

Ғ.Ә.Ғафаров

Тәрж. З.Б.Латыпова

Текст на русском языке

Карта: БҮЗДӘК РАЙОНЫ

Яндекс.Метрика