БҮЗДӘК КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ, “Пищепром” ЯАЙ филиалы. Йәшелсә-емеш сеймалын эшкәртеүҙе тормошҡа ашыра. Бүздәк р‑нында урынлашҡан. Завод составында 2 цех (1978 й., 1998 й. нигеҙләнгән). 2010 й. 25 кеше эшләгән. Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

1978 й. Бүздәк консерва з‑ды булараҡ нигеҙ һалына (1990—94 йй. “Ягода” Бүздәк производство кооперативы), 1998 й. алып МУП, 2002 й. — хәҙ. статусын һәм исемен йөрөтә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика