“БҮЗДӘК”, элеватор. Составы: 2 элеватор (1926 й., 1969 й. нигеҙләнгән), 2 силос корпусы, ярма заводы (1972), игенде иҙәндә һаҡлау складтары. 2010 й. 65 кеше эшләгән. “Б.” дөйөм һыйҙырышлығы — 102,9 мең т; 9 механизацияланған ҡабул итеү нөктәһе һәм тәүлегенә 3 мең т тиклем иген ҡабул итеү, киптереү һәм эшкәртеү өсөн 5 ағымлы юлы бар. Йыллыҡ иген ҡабул итеү — уртаса 28,1 мең т, ярма эшләп сығарыу 13,2 мең т тәшкил итә. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1922 й. иген тапшырыу пункты булараҡ төҙөлә, 1947 й. алып 14‑се почта йәшниге, 1952 й. — Бүздәк иген ҡабул итеү пункты, 1974 й. — “Б.” элеваторы, 2000 й. — “Башхлебопродукт” ДУП‑ының бүлендек пр‑тиеһы, 2009 й. — “Бүздәк элеваторы” ЯСЙ.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика