БӘЛӘТӘР, Бәләтүр, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а. төньяҡтараҡ Ағиҙел һәм Алағуян (Ағиҙел й. ҡушылдығы) йй. араһында меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 20 км, үҙәк өлөшөнөң киңлеге яҡынса 6 км, абс. бейеклеге 790 м (Серекәй тауы). Рельефы Алағуян һәм Бөһөндө (Ағиҙел й. ҡушылдығы) йй. үҙәндәре, биләндәр һәм сағылдар м‑н йырғыланған, урыны м‑н таш ишелмәләре күҙәтелә. Йылға селтәре ныҡ бөгөлләнә. Һырттың төньяғында — йомро формалы түбәләр, көньяғында конус һымаҡ түбәләр айырылып тора, битләүҙәре текә. Өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһы ҡомташтарынан, алевролиттарынан, һәүерташтарынан тора. Ландшафтары аҡһыл һоро тау-урман тупрағындағы ҡайын, ҡайын-ҡарағай һәм ҡайын-уҫаҡ-ҡарағай урмандарынан ғибәрәт; ҙур майҙанды йүкә һәм имән урмандары биләй, ҡарағас урмандары осрай. Тау араһындағы уйпатлыҡтарҙа һаҙмат урындар бар, көньяҡ-көнбайышта — төрлө үләнле урман болондары.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика