БҮЗДӘК, ауыл, Бүздәк р‑ны (1939—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Бүздәк а/ с үҙәге; т. юл станцияһы. Өфөнән Көнб. табан 112 км алыҫлыҡта, Бүздәк—Саҡмағош—Дүртөйлө, Бүздәк—Дәүләкән автомобиль юлдарында, Куйбышев т. юлында (Бөгөлмә—Шишмә участкаһы) урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 3,5 (Табанлыкүл а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған); 1959 — 4,5; 1989 — 8,7; 2002 — 9,7; 2010 — 10,3. Татарҙар, башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Ҡаран ПУ‑94 филиалы, 2 урта мәктәп (ш. иҫ. Бүздәк урта мәктәбе №1), балалар сәнғәт мәктәбе, 4 балалар баҡсаһы, Балалар ижады йорто, ДЮСШ, спорт-һауыҡтырыу комплексы, үҫмерҙәр клубы, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, балалар китапханаһы, дөйөм практика табибы бүлеге, реабилитация үҙәге, мәҙәниәт йорто (4 үҙешмәкәр халыҡ сәнғәт коллективы, ш. иҫ. “Өмөт”), тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мәсет бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Мәскәү—Ҡазан т. юлының (хәҙ. Куйбышев т. юлы) Бөгөлмә—Шишмә участкаһында Бүздәк станцияһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 70‑се йй. урталарына Б. Табанлыкүл а. (Н.М.Ҡотошев, М.Ф.Саҡаеваның тыуған ауылы) һәм Үрге Бүздәк а. ҡушылған. Ә.Н.Закирова ошо ауылда тыуған.

Ғ.Ә.Ғафаров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика