БӘЛӘКӘЙ ЮМОРИСТИК ЖАНРҘАР, башҡорт фольклорында — мәҫәл, көләмәс, лаҡап, көлдөрөк, йомаҡ‑көләмәс, ымһындырыҡ.

Лаҡап, нигеҙендә ҡушамат йәки урынһыҙ әйтелгән һүҙгә бәйле ысын булған көлкөлө ваҡиға ятҡан, ерле (локаль) мәҡәл, тапҡыр һүҙ урынына ҡулланылыусы фразеологик берәмек. Л.  тарихын һөйләһәң, көләмәс хасил була. Мәҫ.: «Ғәлиәхмәт ауылының бер кешеһе өй төҙөгән. “Өйөңә ҡасан инәһең инде?” — тип һорайҙар. Яңы өй төҙөгән ағай: “Бына французын ғына бөтөрәм дә инәм инде”, — тип яуап бирә, фронтонды күҙ уңында тотоп. Шунан бирле уға Кутузов ҡушаматы тағыла».

Көлдөрөк, ысынбарлыҡҡа тап килмәгән хикәйә, “ҡолаҡҡа ятмаҫ”, “туҙға яҙмаған” хәбәр. К. уйҙырма мәғәнәһеҙлеккә еткерелә, реаль донъя пародиялы антидонъяға күсә: тыумаған ағай-эне ҡороған йылғала үлгән балыҡ тота (“Өс балыҡсы”), һуҡыр, сатан, сулаҡ һәм яланғас тыумаған ҡуянды тота һәм уны бешереп, итен ашап туя (“Тыумаған ҡуянды тотоусылар”) һ.б. Боронғо заманда уҡ барлыҡҡа килеп, К. мифологик күҙаллауҙар б‑са, кешенең эш‑ҡылығына һәм һүҙенә ҡарата ҡаршы ғәмәлдәр ҡылыусы рухтарҙың яҡшы мөнәсәбәтенә ирешергә саҡыра.

Ымһындырыҡ, мәрәкәсел әкиәт, уның сюжеты билдәле бер урындан ары китмәй: ҡәҙимге әкиәтсә башлана ла, экспозиция билдәләнеү м‑н, тиҙ генә тамамлана, башына аҙағын ялғап, әйтеп үтелгән өлөштәрен бер туҡтауһыҙ киренән ҡабатлау юлы м‑н уның сикһеҙлеге иллюзияһы булдырыла: “Йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Өй һалғандар, ти, таштан. Һөйләйемме баштан?”; көтөлмәгәнлек эффекты рифма арҡаһында килтереп сығарыла. Йыш ҡына Ы. ғәҙәти әкиәттәрҙең шиғри формулалары ҡулланыла: “Борон-борон заманда, кәзә команда, төлкө тылмас, бүре — бағауыл...” Ҡағиҙә булараҡ, Ы. ялҡытҡыс тыңлаусыларҙан ҡотолоу маҡсатында һөйләнелә.

Йомаҡ‑көләмәс, хикәйә, уның көләмәслеге йомаҡтың мәғәнәһеҙ яуабына нигеҙләнә, мәҫ.: «Бер ваҡыт мин бөтә ҡалаға билдәле ахмаҡты осраттым, бишмәтем эсенә 10 йомортҡа йәшерҙем дә унан һорайым: “Әйт әле, минең ҡуйынымда нимә бар? Әгәр дөрөҫ әйтһәң, йомортҡа һинеке булыр, ә нисә йомортҡа икәнен әйтһәң, 10‑һын да һиңә бирәм.” Ахмаҡ ғәжәпкә ҡалып: “Ҡәҙерлем, мин бит күрәҙәсе түгел, күрмәгән нәмәне мин нисек беләйем ти. Һин миңә йәшергән нәмәңдең берәй билдәһен атап бирһәң, әйтермен”, — тигән. “Ярай, тыңла. Мин йәшергән нәмәнең тышы аҡ, эсе һары.” “Белдем, белдем, — тип ҡысҡырып ебәрә ахмаҡ. — Был кишер һәм шалҡан”». Ошоға оҡшаш жанрҙар күп халыҡтар фольклорында осрай.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. 5-се кит. Өфө, 1983; Сөләймәнов Ә. Әкиәттә хәҡиҡәт. Өфө, 1997; Башкирское народное творчество. Т.6. Шуточные сказки и кулямясы. Уфа, 1992.

Ә.М.Сөләймәнов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика