АБУТАЛИПОВА Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы (30.3.1954, Стәрлетамаҡ ҡ.), тел белгесе, шағирә. Филол. ф. д‑ры (2009). БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (2004), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1996), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). Яҙыусылар союзы ағзаһы (2000). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Ҡырмыҫҡалы р‑ны Иҫке Бәпес урта мәктәбендә, 1978 й. алып Белорет ҡ. 1‑се мәктәп-интернатында, 1983 й. — 54‑се ПТУ‑ла, 1985 й. — 1‑се мәктәп-интернатта (икеһе лә — Стәрлетамаҡ) эшләй. 1987 й. башлап БДУ-ның Стәрлитамаҡ филиалында уҡыта (1997—2000 йй. башланғыс кластар ф‑тының декан урынбаҫары). Фәнни хеҙмәттәре функциональ грамматика, башҡорт телен уҡытыу методикаһы проблемаларына арналған. 110‑дан ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. дәреслектәр, һүҙлектәр; балалар өсөн “Әнисә, йәшең нисә?” (1993), “Сиңерткә йәшенмәк уйнай” (2002) һ.б. китаптар авторы.

Хеҙм.: Функционально‑семантическая категория аспектуальности в башкирском языке. Уфа, 2008.

Әҫәрҙ.: Мин үҫәм!: шиғырҙар, йомаҡтар, әкиәттәр, хикәйәләр. Өфө, 2006.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018