БӘЛӘКӘЙ ЮЛДЫБАЙ, Һынташ, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Юлдыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 43 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 98 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 260 кеше; 1939 — 293; 1959 — 214; 1989 — 237; 2002 — 245; 2010 — 208 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 20 б. башында (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 19 б. башында) Орск өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Юлдыбай а. кешеләре нигеҙ һала. Икенсе исеме Һынташ тигән урын исеменән алынған.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика