БӘЛӘКӘЙ ШӘРИП, Шәрип, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 17 км алыҫлыҡта Нөгөш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 157 кеше; 1959 — 236; 1989 — 232; 2002 — 280; 2010 — 237 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Смаҡ урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Шәрип/ Үрге Шәрип а. кешеләре нигеҙ һала.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика