БҮЖӘН, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Әбүләйес а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 64 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 61 км алыҫлыҡта Бүжән й. (Ҡаҫмарт й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 223 кеше; 1959 — 252; 1989 — 127; 2002 — 105; 2010 — 72 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Фаразланыуынса, 20 б. 20‑се йй. башында Йылайыр кантонында ш. уҡ кантондың Яңы Андреевка утары һәм Сабатар а. (хәҙ. икеһе лә Ырымбур өлк.) кешеләре Үрге Бүжән утарына; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1928 й. Б. ауылына нигеҙ һала. 30‑сы йй. Һаҡмар с‑зы ойошторолған ваҡытта с‑здың 5‑се фермаһы ҡасабаһы булараҡ теркәлә. 80‑се йй. башынан хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика