БҮҘӘНӘ, бытбылдыҡ (Coturnix coturnix), тауыҡ һымаҡтар отрядының ҡырғауылдар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Африкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 16—18 см, ҡанатының ҡоласы 32—35 см, ауырлығы 70—155 г. Ҡауырһын ҡапламы ҡарағусҡыл һәм асыҡ сыбарлыҡтары булған ерән йәки көрән төҫтә, ҡорһағы асыҡ һоро. Ата ҡошта эйәге һәм тамағы буйлап ҡарағусҡыл буй һыҙат үтә, ҡаралы‑аҡлы ярым муйынсағы бар, инә ҡоштоң тамағы көрәнһыу аҡ, күкрәге ҡараһыу көрән таплы. Суҡышы ҡыҫҡа, конус формаһында. Ҡанаты, аяғы һәм ҡойроғо ҡыҫҡа. Полигам. Ояһы — үлән түшәлгән бәләкәй соҡор, сәсеүлектәрҙә, далала, болондарҙа ҡора. Ғәҙәттә 8—13, ҡайһы ваҡыт 18‑гә тиклем, ҡараһыу көрән таптары һәм төртөктәре булған охра төҫөндәге йомортҡа һала. Инә ҡош 17—20 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Үҫемлек орлоғо, бөрөһө, үрендеһе, бөжәк м‑н туҡлана. Далала, ҡырҡындыла, сағыл һәм һыубаҫар туғайҙарҙа, баҫыуҙа йәшәй. БР‑ҙа Башҡортостандың Урал алдында осрай, һирәгерәк — Башҡортостандың Урал аръяғында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында. Һунар ҡошо.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика