БӘЛӘКӘЙ ШИҘЕ, Балсыҡ, Нуриман р‑нындағы ауыл, Баш-Шиҙе а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 5 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Салдыбаш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 346 кеше; 1920 — 564; 1939 — 340; 1959 — 404; 1989 — 222; 2002 — 207; 2010 — 202 кеше. Башҡорттар, мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға Себер даруғаһы Бүләкәй‑Көҙәй улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1719 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы мариҙар (һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. 1865 й. 45 йортта 232 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, тимерлек, 3 бакалея кибете теркәлгән.

Ф.К.Заһирова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика