БӘЛӘКӘЙ ЦИРТОГИПНУМ (Cyrto-hypnum minutulum), мүк һымаҡтар төрө. Йомшаҡ яҫы ҡараһыу йәшел кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе күп йыллыҡ бер өйлө, ян емешле мүк. Һабағы йәйелеүсе, ҡауырһын һымаҡ, 1—3 см оҙонлоҡта, еп формаһындағы ҡыҫҡа парафилия (бармаҡ һымаҡ теленмә йәшел үҫенте) м‑н ҡапланған. Һабаҡ япрағы йомортҡа-ланцет, ланцет‑беҙ формаһында, төрөлгән ситле. Һеңерсәһе япрағының өҫкө өлөшөндә тамамлана. Ҡумтаһы горизонталь, бөгөлгән, көрән төҫтә. Спора һәм вегетатив юл м‑н үрсей. Ағас ҡайырыһында һәм киң япраҡлы урмандағы эзбизташ сыҡҡан урында үҫә. Бөрйән р‑нында (Мораҙым а. көньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта) осрай. Һирәк төр, һаҡлауға мохтаж.

Э.З.Байышева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика