БӘЛӘКӘЙ ҮТӘШ, Бәрлеүәҫ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Еҙем‑Ҡаран а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 46 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 66 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 158 кеше; 1920 — 163; 1939 — 172; 1959 — 189; 1989 — 121; 2002 — 134; 2010 — 122 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Үзбәк урта мәктәбе филиалы) бар.

Ауылға, фаразланыуынса, 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Кесе Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Үтәш исеме м‑н нигеҙ һала. 1795 й. Үтәш исемле 3 ауыл теркәлгән: береһендә 7 йортта 88 кеше йәшәгән, икенсеһендә 40 йортта — 171 кеше, өсөнсөһөндә 10 йортта — 90 кеше. 1865 й. Б.Ү. 35 йортта 203 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, ағас һауыт‑һаба яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. Ф.Ә.Таһиров ошо ауылда тыуған.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика