“БҮГӘС МАРШЫ”,Бүгәсәү”, “Оло юл”, башҡ. халыҡ йыры, һалмаҡ көй. Тәүге тапҡыр Н.Д.Шоңҡаров тарафынан 1961 й. Һарытау өлк. Пугачёв р‑ны Бобровый Гай а. яҙып алына һәм “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығында баҫтырыла. “Б.м.” варианттарын С.Ә.Галин, К.Мәргән яҙып алған. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) т‑дағы йырҙарға ҡарай. Икенсе исеменең барлыҡҡа килеүе Ырымбурға табан Яйыҡ й. буйлап оҙон юл үтеүсе Е.И.Пугачёв ғәскәрҙәре хаҡындағы риүәйәткә бәйле. Поэтик текста Пугачёв халыҡты яҡлаусы, ер һәм ирек биреүсе изге күңелле батша булараҡ һүрәтләнә. Декламацион көй аныҡ структура, ябай боролоштар м‑н айырыла. Йырҙы башҡарыусылар араһында Ғ.З.Сөләймәнов.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1‑се кит. Өфө, 1974; Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр. Өфө, 1983.

А.М.Ҡобағошов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

 

 

 Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика