АБУКАЕВ-ЭМГАК (Абукаев) Вячеслав Александрович (5.1.1959, БАССР-ҙың Мишкә р-ны Туҡтар а. — 29.5.2008, Йошкар-Ола, тыуған яғында ерләнгән), яҙыусы. Мари Эл Респ. халыҡ яҙыусыһы (2006). Мари Эл Респ. атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1999). Мари ун‑тын тамамлағандан һуң (1980) “Ямде лий” (“Әҙер бул”) гәз., 1984 й. алып һәм 1991—95 йй. “Ончыко” (“Алға”) ж. (барыһы ла — Йошкар-Ола), 1985 й. алып Мари ССР-ы Оршан р-нының “Вперёд” (“Алға”) гәз. хеҙм‑ре, 1986 й. башлап “Пионер йук” (“Пионер тауышы”) ж. әҙәби мөхәррире, яуаплы секретары, 1989 й. — Мари АССР-ы Яҙыусылар Союзы эргәһендәге Нәфис әҙәбиәтте пропагандалау бюроһы вәкиле, 1989 й. дек. — Рәсәй Мәҙәниәт фондының Мари бүлексәһе рәйесе урынбаҫары, 1995 й. — Мари китап нәшриәтенең өлкән мөхәррире, 1997 й. — Мари АССР-ы Яҙыусылар Союзының, бер үк ваҡытта Респ. халыҡ ижады үҙәгенең әҙәби консультанты; 2002 й. алып М.Шкетан ис. Мари Милли драма театрының (барыһы ла — Йошкар-Ола) әҙәбиәт бүлеге мөдире. “Үткәнде ҡайтарып булмай” (1989), “Шыбаға” (1995), “Алтын миҙал хаҡында иҫтәлек” (2005) хикәйәләр һәм повестар йыйынтыҡтары, “Йөрәк яралары” (2003; бөтәһе лә мари телендә) шиғри йыйынтығы һ.б. авторы. А.‑Э. ижады гражданлыҡ, тыуған илгә мөхәббәт тойғоһо м‑н һуғарылған. “Яҙмыш” (1—2‑се китаптар, 1991—1992; мари телендә) романында башҡорттар, татарҙар, мариҙар, мордвалар, удмурттар һәм сыуаштарҙан торған батаммчуд милләте вәкилдәре йәшәгән ш. уҡ исемдәге уйлап сығарылған ил һүрәтләнә. “Ошкеча” (2006) хикәйәһе мариҙарҙың 16 б. Уралға күсенеүенә бәйле ваҡиғаларға, “Бәләкәй урам — Ҙур урам” (“Маленькая улица — Большая улица”; 2001;) повесы яҙыусының тыуған ауылы кешеләренә арналған. Драматургия (“Пьесалар”, 2005 й. һ.б.) һәм балалар әҙәбиәте (“Яҙ һынамыштары”, 1990; “Ҡыш һынамыштары”, 1994, шиғри йыйынтыҡтары; бөтәһе лә мари телендә) өлкәһендә эшләй. А.‑Э. әҫәрҙәре башҡ. һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. А.‑Э. Ф.М.Бүләков, Ф.Ә.Иҫәнғолов, З.С.Ҡотлогилдина, Г.Юнысова һ.б. әҫәрҙәрен мари теленә тәржемә иткән. Олык Ипай ис. Мари комсомолы пр. (1990), Я.Ялкайн ис. пр. (1998), М.Шкетан ис. Мари Эл Респ. Дәүләт пр. (2007) лауреаты. Йошкар-Олала А.‑Э. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.