БӘЛӘКӘЙ ТЕҢКӘШ, Нуриман р‑нындағы ауыл, Байгилде а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 29 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 22 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 428 кеше; 1939 — 443; 1959 — 320; 1989 — 206; 2002 — 170; 2010 — 172 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 1914 й. һәм 1920 й. араһында Өфө өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Теңкәш а. (хәҙ. Оло Теңкәш а.) кешеләре нигеҙ һала.

Ф.К.Заһирова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика