БУЯНОВ Иван Фёдорович [15.9.1926, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Арҙат а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 21.6.1976, Күгәрсен р‑ны Мәҡсүт а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). 1939—43 йй. Күгәрсен р‑нының “Ҡыҙыл көлтә” к‑зында эшләй, 1951—71 йй. Күгәрсен МТС‑ы, “Ҡыҙыл Октябрь” к‑зы, “Октябрьский” с‑зы комбайнсыһы. Юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә өлгәшкән, 1966—70 йй. йыл һайын 8—12‑шәр мең ц иген һуҡҡан. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән(1971).

Әҙәб.: Козлов А. Отцовский наказ // Герои Труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1973.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. М.Н.Моратшина 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика