БӘЛӘКӘЙ СИҘӘК, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Ерекле а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 18 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 38 км алыҫлыҡта Сиҙәк й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 499 кеше; 1920 — 607; 1939 — 720; 1959 — 518; 1989 — 468; 2002 — 535; 2010 — 505 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Бишбүләк урта мәктәбе №1 филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Илекәй-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1775 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1760 й.) керҙәшлек килешеүе б‑са сыуаштар Васильевка исеме (тәүге төпләнеүсе Василий Трофимов исеменән) м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Яңы Сиҙәк‑Васьев, Яңы Сиҙәк исеме м‑н теркәлгән. 19 б. уртаһына тиклем Бәләбәй өйәҙе Яңы Сиҙәк а. (хәҙ. Ерекле а.) халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған. 1795 й. 38 кеше йәшәгән, 1865 й. 102 йортта — 709 кеше. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. (хәҙ. исем м‑н) сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Т.И.Әминев, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика