БУШМЕЛЁВ Сергей Адольфович (7.7.1966, Өфө — 28.8.1992, шунда уҡ), спортсы. Шайбалы хоккей б‑са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1990). “Салауат Юлаев” СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.И.Воробьёв). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы (1985 й. алып), “Спартак” (Мәскәү, 1989 й. алып) командаларында уйнай. РСФСР халыҡтарының ҡышҡы спартакиадаһы (1981) һәм Бөтә донъя универсиадаһы (1989) чемпионы. СССР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры (1982), СССР чемпионаттарының көмөш (1990) һәм бронза (1992) призёры, “Известия” (“Хәбәрҙәр”) гәз. призына халыҡ-ара турнир еңеүсеһе (1990). СССР (1990—91), БДБ (1992) йыйылма командаһы ағзаһы.

О.Ю.Власов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика