БУХ Константин Андреевич (1812—31.10.1895, С.‑Петербург), дәүләт эшмәкәре. Тайный советник. Дворяндарҙан. Баш инженерлыҡ уч‑щеһын тамамлағандан һуң (С.‑Петербург, 1831) — Ырымбур айырым корпусында, 1836 й. — Диңгеҙ министрлығында, 1837 й. алып Хәрби министрлыҡ, дәүләт милке һәм финанс министрлыҡтары департаментында хеҙмәт итә. 1856 й. башлап Ырымбур дәүләт милке палатаһы идарасыһы, бер үк ваҡытта 1857 й. алып Өфө губерна төрмәләр попечителлеге ком‑ты дир., 1862 й. — Ырымбур губернаһында эсемлек-акциз йыйымдары ведомствоһы идарасыһы, Ырымбур, 1865 й. — Өфө губерна статистика ком‑ттары рәйесе ярҙамсыһы, 1866 й. — Пенза, 1868—72 йй. Һамар губ. хеҙмәт итә. 80‑се йй. финанс министры урынбаҫары. Көньяҡ Уралда Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) тарихы б‑са материалдар йыя, башҡ. йырҙарын яҙып ала, уларҙы урыҫ һәм француз телдәренә тәржемә итә. Ырымбур дәүләт милке палатаһы эргәһендә музей (ҡара: Милли музей), Өфө губерна статистика ком‑ты эргәһендә китапхана асыуға булышлыҡ итә. Мәскәүҙәге (1867, 1879) һәм Париждағы (1867) этнография күргәҙмәләренә Өфө губернаһынан экспонаттар һайлап алыуҙа ҡатнаша. Өфө губерна статистика (1866), Өфө губерна музейы (1888) ком‑ттарының почётлы ағзаһы.

Хеҙм.: Описание соляных озёр, находящихся за чертою таможенной линии Оренбургского округа //Сборник статистических, исторических и археологических сведений по бывшей Оренбургской и нынешней Уфимской губерниям, собранных и разработанных в течение 1866 и 67 гг. Уфа, 1868.

Әҙәб.: Бух Н.К. Воспоминания. М., 1928; Латыпова В.В. Башкирские страницы биографии Буха К.А. (1812—1895) //Башкирский край и его народы. Уфа, 1990.

В.В.Латипова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика