БӘЛӘКӘЙ ПАРАМЕТРҘАР ЫСУЛЫ, алгебраик, дифференциаль, интеграль тигеҙләмәләрҙең яҡынса сығарылыштарын төҙөү алымдары һәм ысулдары йыйылмаһы. Тигеҙләмәләрҙә бәләкәй параметрҙарҙы файҙаланыуға нигеҙләнгән (ғәҙәттә ҡушылыусыларға бәләкәй ҡабатлаусылар өҫтәп) һәм бирелгән тигеҙләмәләрҙе математик анализ алымдары м‑н тикшереү өсөн ябайыраҡ тигеҙләмәләргә алмаштырыуҙан тора. Астрономияла, механикала, физикала һ.б. ҡулланыла. Табылған яҡынса сығарылыштар асимптотика рәүешендә була һәм яҡынайыуҙың аныҡлығы параметрҙар кәмеү м‑н арта бара. Башҡортостанда Б.п.ы. б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй. А.М.Ильин тарафынан башлана. Ғәмәли мәсьәләләрҙе яҡынса анализлау алымдарының береһе — килешеү ысулының матем. нигеҙҙәре уйлап табыла (Ильин, Л.А.Калякин, В.Ю.Новокшенов һ.б.). Математика институтында Б.п.ы. математик физика мәсьәләләрен сығарыуҙа ҡулланыла: Пенлеве тигеҙләмәләренең сығарылыштары асимптотикаһының классик һөҙөмтәләре алынған (В.Л.Верещагин, Новокшенов); авторезонанс теорияһының матем. нигеҙҙәре һалынған (Р.Н.Ғарифуллин, Калякин); һыҙыҡлы булмаған тулҡындарҙың һәм солитондарҙың үҙгәртелеүҙәре тикшерелгән (О.М.Киселёв, Б.И.Сөләймәнов). БДУ‑ла спектраль мәсьәләләрҙе тикшергәндә Б.п.ы. яҡын ысулдар файҙаланыла (Й.Т.Солтанаев). БДПУ‑ла Б.п.ы. резонаторҙар һәм тулҡын йөрөткөстәр физикаһының һәм механикаһының ҡайһы бер мәсьәләләрен моделләүсе һыҙыҡлы дифференциаль тигеҙләмәләргә (сингуляр үҙгәртелеүҙәре булған) ҡарата ҡулланыу йүнәлешендә үҫешә (Р.Р.Ғәҙелшин).

Л.А.Калякин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика