АБУЗОВА Фатиха Фиттәх ҡыҙы (19.6.1934, Темников ҡ.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1977), проф. (1979). РСФСР‑ҙың (1985), БАССР‑ҙың (1978) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1957) Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда эшләй, 1959 й. алып Нефтте һаҡлау һәм йөрөтөү ҒТИ‑нда, 1965—2009 йй. ӨДНТУ‑ла (1979—94 йй. йылылыҡ техникаһы каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре нефть продукттары етештереүҙең яғыулыҡты, энергияны һәм тәбиғәтте һаҡлаусы технологияларын уйлап табыу м‑н бәйле. А. нефтте һәм нефть продукттарын күсереү һәм һаҡлау ваҡытында уларҙың тәбиғи кәмеү күләмен иҫәпләп сығарыу һәм уны кәметеү алымдарын эшләй. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Борьба с потерями нефти и нефтепродуктов при их транспортировке и хранении. М., 1981 (авторҙ.); Техника и технология транспорта и хранения нефти и газа. М., 1992 (авторҙ.).

С.Л.Лебедева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке