БӘЛӘКӘЙ МУСА, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Илкәнәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 27 км һәм Ҡарағай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта Мәләүез й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 179 кеше; 1939 — 181; 1959 — 198; 1989 — 129; 2002 — 124; 2010 — 97 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1906 й. һуң Стәрлетамаҡ өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Яңы Муса һәм Илкәнәй аа. кешеләре нигеҙ һала.

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика