БУТИЛЕНДАР, бутендар, С4Н8, сылбырҙағы бер икеләтә бәйләнешле туйындырылмаған углеводородтар. Билдәле изомерҙары: α‑бутилен (1‑Б.), β‑бутилен, йәки псевдобутилен (2‑Б.); изобутилен, йәки изобутен, йәки 2‑метилпропен (изо‑Б.). Ҡырҡыу насар еҫле, төҫһөҙ газдар. Һыуҙа эреүсәнлектәре насар, спиртта һәм эфирҙа яҡшы эрейҙәр. Көслө булмаған наркотик тәьҫиренә эйәләр, ПДК (мг/ м3): 1‑Б. өсөн 50, 2‑Б. — 150, изо‑Б. — 100. Башҡортостанда Б. алыу өсөн төп сеймал булып термик крекинг һәм каталитик крекингтан алынған бутан, бутан‑бутилен, пропан‑бутан фракциялары, ш. уҡ нефть продукттары һәм эйәрсән нефть газдарының пиролизынан алынған дивинил‑бутан фракциялары хеҙмәт итә (Башҡортостан нефтехимия компанияһы, “Газпром нефтехим Салават”). 1‑Б. этиленды димерлаштырыу юлы м‑н алалар, 2‑Б. — пропиленды диспропорцияландырыу, изо‑Б. — изобутанды дегидрирлау йәки изобутил спиртын дегидратациялау юлы м‑н. 1,3‑бутадиен, бутил спирттары, алкилат, изобутилен (ҡара: Олефиндар), изопрен (ҡара: Диен углеводородтары), метилэтилкетон һ.б. алыу өсөн, 1‑Б. полибутен, изо‑Б. полиизобутилен, бутилкаучук, изопрен, диизобутилен синтезлауҙа файҙаланалар.

Әҙәб.: Минскер К.С., Сангалов Ю.А. Изобутилен и его полимеры. М., 1986; Потеряхин В.А., Фахреев Н.К., Зыкина Р.Ф. Комбинат. Уфа, 1998.

В.Н.Одиноков

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика