БУҪТАУ ФАБРИКАЛАРЫ, буҫтау етештереүсе предприятиелар. Тәүҙә буҫтау кустарь ысул м‑н туҡыла (ҡара: Тула баҫыу). Башҡортостанда тәүге Б.ф. 19 б. 1‑се сирегендә барлыҡҡа килә. 1801 й. Ырымбур губернаһында И.Кротков ф‑каһы (Боғорослан өйәҙендә), 1812 й. Д.П.Тахтаров, 1815 й. һәм 1824 й. П.И.Шелашников, 1816 й. С.Ф.Осоргин һәм Шишков, 1818 й. Е.М.Бедрин, 1822 й. А.М.Карамзин ф‑калары асыла. 1828 й. ф‑каларҙың дөйөм етештереүсәнлеге 174 мең аршин буҫтау тәшкил итә, 1839 й. (8 Б.ф.) — 640 мең һумлыҡ 320 мең аршин. 1852 й. Бөгөлмә өйәҙендә 4 ф‑ка эшләй, Боғоросланда — 10, Бәләбәй өйәҙендә — Алафузов буҫтау фабрикаһы һәм М.Ф.Дурасов ф‑каһы (Кесе дурасовка а.; 1860 й. етештереүсәнлек 44,3 мең аршин буҫтау тәшкил итә). Тәүҙә Б.ф. иләүестәр (иләү тәгәрмәстәре) файҙаланыла; буҫтау станында яҡынса 10 иләүсе эшләй. 19 б. 20‑се йй. ф‑каларҙы киң рәүештә өбөрөләү, иләү, киҫеү, тетеү, тәрәшләү һ.б. машиналар м‑н йыһазландырыу башлана, был хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырырға һәм иләүселәр һанын кәметергә мөмкинлек бирә. Мәҫ., 1828 й. Ырымбур губ. буҫтау пр‑тиеларында 125 машина ҡулланыла, 1845 й. 10 пр‑тиела — 257 машина һәм аппарат, 12 ҡул тәгәрмәсе; 1825 й. станға 8 эшсе тура килә, етештереүсәнлек 83 аршин тәшкил итә, 1858 й. — ярашлы рәүештә яҡынса 4 һәм 280. Крепостной крәҫтиәндәрҙең мәжбүри хеҙмәте өҫтөнлөк итә. 1817 й. Кротков ф‑каларында 352 кеше эшләй, Шелашников ф‑каһында — 110, 1828 й. — ярашлы рәүештә 810 һәм 162. 1819 й. губернаның 6 пр‑тиеһында 1119 кеше мәшғүл була, 1828 й. 9 пр‑тиела — 2052. 1860 й. Д.Е.Бенардаки (ҡара: Бенардакиҙар) ф‑каһында 450 эшсе иҫәпләнә, Дурасов ф‑каһында — 360. Эшсе көс етешмәүе ф‑каларҙа ҡатын‑ҡыҙ һәм балалар хеҙмәтен файҙаланыуға килтерә. Ырымбур губ. Б.ф. етештерелгән буҫтау башлыса хәрби хеҙм‑рҙәр өсөн кейем тегеүгә файҙаланыла.

Р.З.Мөҙәрисов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика