БӘЛӘКӘЙ ҠУРАЗ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Красный Холм а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 23 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 400 кеше; 1920 — 420; 1939 — 417; 1959 — 406; 1989 — 175; 2002 — 190; 2010 — 150 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға 19 б. 2-се ярт. Бөрө өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Ҡураз а. (хәҙ. Оло Ҡураз а.) кешеләре нигеҙ һала. 1896 й. 58 йортта 342 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м-н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. земство мәктәбе, һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән. 1920 й. Б.Ҡ. (Тымбаҡты) булараҡ иҫәпкә алынған.

В.А.Акиев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика