АБСУРД ДРАМАҺЫ, 20 б. 2-се яртыһында Көнб. Европа драматургияһы һәм театрындағы ағым. А.д. өсөн мөһим булған “абсурд” төшөнсәһе экзистенциализм философияһына барып тоташа һәм ысынбарлыҡты фажиғәле ҡапма‑ҡаршылыҡлы, алогизмлы, иррациональ итеп интерпретациялауҙы күҙ уңында тота (А.Камюҙың “Сит кеше” — “Посторонний” һәм “Сизиф тураһында миф” — “Миф о Сизифе”, 1942; Ж.П.Сартрҙың “Ысынбарлыҡ һәм бер нәмә лә түгел” — “Бытие и ничто”, 1943). А.д. “антидрама”, йәғни дөйөм ҡабул ителгән сәхнә ситуациялары, сюжеты, интригалары, характерҙары булмаған пьеса ижад итеү м‑н характерлана, унда аралашыуҙың диалог формаһы персонаждарҙың донъяның иррациональ аяуһыҙлығы алдында тынғыһыҙлыҡ кисергән аңын сағылдырған принципиаль “һаҡаулыҡ” м‑н алмаштырыла. А.д. ярҙамында өлгәшелгән театр сәнғәтенең яңырыуы трагикомедия һәм трагифарс жанрҙарының үҫешенән, драматургияның шартлылыҡ һәм йәшерен мәғәнә принциптарын, гротеск, пародия, парадокс, шарж, фарс кеүек эксцентрик алымдар ҡулланылыуынан ғибәрәт. А.д. тыуыуы Э.Ионесконың “Пеләш йырсы” (“Лысая певица”; 1950) һәм С.Беккеттың “Годоны көткәндә” (“В ожидании Годо”; 1952) пьесалары м‑н билдәләнә.

Башҡ. драматургияһында А.д. айырым элементтары Ф.М.Бүләков ижадында сағылыш таба. Респ. театрҙары репертуарында А.д. Камюҙың “Недоразумение” пьесаһы б‑са “Яңылышыу” (1990, Милли Йәштәр театры; реж. О.З.Ханов, Л.М.Әхмәтвәлиев, рәссамы О.Р.Ғималетдинова) һәм “Яҙҙың бер көнөндә...” (1996, Башҡорт драма театры; реж. И.Ғ.Исламғолов, рәссамы В.Н.Байрамғолов); С.Мрожектың “Бәхетле мажара” (“Счастливое происшествие”; 1992, Урыҫ драма театры; реж. М.И.Рабинович, рәссамы Ф.Хәмиҙуллина), Сартрҙың “Ябыҡ ишектәр артында” (“За закрытыми дверями”; 2002, Милли Йәштәр театры; реж. А.В.Шрайнер, рәссамы А.В.Нестеров) спектаклдәрендә күҙәтелә. Ж.Ануй әҫәрҙәре б‑са бер нисә спектакль ҡуйыла: Башҡортостандың Респ. урыҫ драма театры — “Антигона” (1994, реж. Б.Тоша, рәссамы М.Браун) һәм “Ромео һәм Жанетта” (“Ромео и Жанетта”; 2003, реж. В.Ф.Богомазов, рәссамы Н.М.Бахвалова); Стәрлетамаҡ урыҫ драма театры — “Һабан турғайы” (“Жаворонок”; 1994, реж. К.Д.Хотяновский, рәссамы Т.Дидишвили) һәм “Медея” (1995, реж. Н.А.Черкасов, рәссамы В.П.Хлыбов); Милли Йәштәр театры — “Ҡошсоҡтар” (“Птички”) пьесаһы б‑са “Тауис ҡысҡырыуы ишетелә” (“Слышен крик павлина...”; 2003, реж. В.Н.Ярюхин, рәссамы Р.М.Арыҫланов).

Әҙәб.: Как всегда — об авангарде: антология французского театрального авангарда. М., 1992.

Г.Я.Вербицкая, А.А.Фёдоров

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке