БУСЛАЕВ Юрий Александрович (22.11.1929, Сызрань ҡ. — 16.2.2001, Мәскәү), химик‑неорганик. СССР ФА акад. (1984), РФА акад. (1991). БР ФА‑ның почётлы акад. (1991). Химия ф. д‑ры (1960), проф. (1975). Мәскәү химик технология ин‑тын тамамлаған (1952). 1952—85 йй. һәм 1988—2001 йй. РФА‑ның Н.С.Курнаков ис. Дөйөм һәм органик булмаған химия ин‑тында (Мәскәү) эшләй. 1985 й. алып СССР ФА‑ның Яңы химия проблемалары ин‑ты (Черноголовка ҡ.) дир., 1987—88 йй. СССР ФА‑ның Н.Н.Семёнов ис. Химик физика ин‑ты (Мәскәү) директоры. РФА‑ның Физика‑химия һәм органик булмаған материалдар технологияһы бүлегенең акад.‑секретары (1988, 1991—2001). Фәнни хеҙмәттәре валентлығы үҙгәрмәүсән металдар һәм органик булмаған фторидтар химияһын өйрәнеүгә, ауыр иреүсән матдәләрҙең яңы класын алыуға, оптик яҡтан актив координацион берләшмәләрҙе маҡсатлы рәүештә синтезлауға һәм органик булмаған берләшмәләр полимерлашыуға арналған. Б. органик булмаған берләшмәләр нигеҙендә коррозияға һәм туҙыуға тотороҡло яңы ҡаплауҙар, ҡаты майҙар, электролиттар, яныу катализаторҙары, ҡатнаш ион-селектив электродтар алыу ысулдарын эшләй. Валентлығы үҙгәреүсән элементтарҙың гипервалентлы юғары кимәлдәге координацияланған берләшмәләре химияһы б‑са фәнни мәктәпкә нигеҙ һалыусы. 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 100‑ҙән ашыу уйлап табыу авторы. “Координационная химия” (“Координация химияһы”) ж. (1975—88), “Журнал неорганической химии” (“Органик булмаған химия журналы”) ж. (1989—2001) баш мөхәррире. СССР‑ҙың Дәүләт пр. (1976, 1986), Л.А.Чугаев ис. пр. (1985) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975), Халыҡтар дуҫлығы (1979), “Почёт Билдәһе” (1967), Почёт (1999) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Изомеры комплексов скандия. М., 1983; Синтез и строение нитрато- и хлорофторидных соединений Te (IY). М., 1984; Фториды серы, селена, теллура. М., 1984.

В.А.Мазунов

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Яндекс.Метрика