БӘЛӘКӘЙ ҠАСАҠ, Ҡалтасы р-нындағы ауыл, Оло Ҡасаҡ а/ с ҡарай.Район үҙәгенән К.‑Көнс. табан 29 км һәм Яңауыл т. юл ст. 63 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 494 кеше; 1920 — 537; 1939 — 508; 1959 — 510; 1989 — 313; 2002 — 291; 2010 — 279 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 18 б. башында Уҫы даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са удмурттар нигеҙ һала. 1865 й. 54 йортта 328 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Шулай уҡ Чиндер исеме м‑н билдәле булған.

В.А.Акиев

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика