БӘЛӘКӘЙ ҠАҘАҠҠОЛ, Зәйнәкәй, Учалы р‑нындағы ауыл, Амангилде а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 60 км һәм Уралтау т. юл ст. Т.Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Миндәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 163 кеше; 1920 — 183; 1939 — 114; 1959 — 162; 1989 — 249; 2002 — 310; 2010 — 309 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. уртаһында Верхнеурал өйәҙе Тиләү улусы Ҡаҙаҡҡол а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Икенсе атамаһы зауряд‑есаул Зәйнәкәй Бикбауов исеменән. 1866 й. 42 йортта 203 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. А.Г.Серебрянников ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика