БӘЛӘКӘЙ БАШҠОРТОСТАН, 1917 й. 15 нояб. иғлан ителгән (ҡара: Фармандар №1 һәм №2) һәм дек. 3‑сө Бөтә башҡорт ҡоролтайы автономияны ғәмәлгә ашырыуҙың беренсе этабы булараҡ раҫлаған авт. Башҡортостандың тәүге терр‑яһы, 1918 й. ғин. Б.Б. исемен ала. Ул Өфө губернаһы (Златоуст өйәҙе, Өфө өйәҙе, Стәрлетамаҡ өйәҙенең бер өлөшө), Пермь губернаһы (Екатеринбург өйәҙе, Красноуфимск өйәҙе, Шадринск өйәҙенең бер өлөшө), Һамар губернаһы (Быҙаулыҡ өйәҙенең бер өлөшө), Ырымбур губернаһының башҡ. терр‑яларын үҙ эсенә ала. Артабан Б.Б. башҡорттарҙың күпселек өлөшө йәшәгән көнбайыш Башҡортостанды (Пермь губ. Уҫы өйәҙе, Һамар губ. Бөгөлмә өйәҙе, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе, Бөрө өйәҙе, Минзәлә өйәҙе, Өфө өйәҙенең башҡ. терр‑яларын) ҡушыу планлаштырыла. 1917 й. Б.Б. 9 кантонға [Барынтабын, Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Искен-Ҡатай, Ҡыпсаҡ, Ҡыуаҡан, Тамъян-Ҡатай, Туҡ-Соран, Үҫәргән] бүленә, 1918 й. — 13 кантонға  (Арғаяш кантоны, Бөрйән-Түңгәүер кантоны, Дыуан кантоны, Ете ырыу кантоны, Көҙәй кантоны, Ҡошсо кантоны, Ҡыпсаҡ кантоны, Табын кантоны, Тамъян-Ҡатай кантоны, Туҡ-Соран кантоны, Үҫәргән кантоны, Юрматы кантоны, Ялан кантоны). Б.Б. сиктәрендә Башҡортостан автономияһы “Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү” (20.3.1919) м‑н раҫлана. 1920 й. халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, Б.Б. терр‑яһы 93108 км2, халҡы 1249539 кеше тәшкил итә. 1922 й. Оло Башҡортостан тип үҙгәртелә.

С.Ф.Ҡасимов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

Карта: БӘЛӘКӘЙ БАШҠОРТОСТАН

Яндекс.Метрика