БУСЛАЕВ Пётр Дмитриевич (29.12.1900, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Эҫем а., хәҙ. Силәбе өлк. Эҫем ҡ., — 11.10.1982, Өфө), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (1966), проф. (1967). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1970). Мәскәү зооветеринария ин‑тын тамамлаған (1925). 1930 й. алып Ҡурған зона һөт хужалығы тәж. станцияһында (бүлек мөдире, дир. урынбаҫары) эшләй, 1933 й. — Мәскәү өлкә малс‑ҡ тәж. станцияһында (Толстопальцево ҡасабаһы) өлкән ғилми хеҙм‑р, 1936 й. — Башҡ‑н малс‑ҡ тәж. станцияһында өлкән ғилми хеҙм‑р, бүлек мөдире, дир. урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1942 й. башлап Башҡ‑н игенселек ХК‑ның өлкән зоотехнигы. 1943—80 йй. БАХИ‑ла эшләй: 1945 й. алып зоотехния ф‑ты деканы, 1950—78 йй. (өҙөклөк м‑н) айырым зоотехния каф. мөдире. Респ. бестужев тоҡомло һыйыр малын үрсетеү б‑са фәнни йүнәлешкә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1953).

Хеҙм.: Борьба с яловостью скота. Уфа, 1945; Хозяйственные и интерьерные особенности бестужевской породы и мероприятия по дальнейшему её совершенствованию в Башкирской АССР. Киев, 1965.

Р.С.Ғиззәтуллин

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика