БӘЛӘКӘЙ БАҘРАҠ, Борай р‑нындағы ауыл, Баҙраҡ а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 22 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 90 км алыҫлыҡта Себергән й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 509 кеше; 1920 — 649; 1939 — 560; 1959 — 475; 1989 — 271; 2002 — 269; 2010 — 225 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 19 б. 30‑сы йй. Бөрө өйәҙе Баҙраҡ а. (хәҙ. Оло Баҙраҡ а.) типтәрҙәре ш. уҡ өйәҙҙең Эске Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һала. 1865 й. (Оло Баҙраҡ а. м‑н бергә иҫәпкә алынған) 120 йортта 447 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә, бакалея кибете теркәлгән. И.С.Гәрәев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика