БУРЦЕВ Прокофий Иванович, Бурцов П.И. (1741, Өфө — 1812 й. һуң, шунда уҡ), Өфө провинцияһы казактарынан Уложенный комиссия депутаты. Секунд-майор (1787). Казак мәктәбен тамамлағандан һуң (Ырымбур, 1764) Өфөлә писарь булып хеҙмәт итә. Комиссияға хеҙмәт хаҡын күтәреү, ерҙе файҙаланыуҙы көйләү, полиция хеҙмәтен бөтөрөү, Өфөлә казактар һанын арттырыу т‑да һ.б. наказдар тәҡдим итә. Комиссияла эшҡыуарлыҡ өлкәһендә казак ҡатламының дворяндар һәм сауҙагәрҙәр м‑н тиң хоҡуҡлылығын яҡлап сығыш яһай. 1769—87 йй. Өфө казактары атаманы. Урындағы хакимиәттең казактарҙы уларҙың вазифаларына инмәгән эштәргә йәлеп итергә тырышыуҙарына юл ҡуймай, икенсе ҡатлам вәкилдәре м‑н ер бәхәстәрендә уларҙың хоҡуҡтарын яҡлай. 1773 й. нояб. — 1774 й. мартында Е.И.Пугачёвтың баш күтәреүсе ғәскәрҙәре отрядтарынан Өфөнө обороналау етәкселәренең береһе. 80—90‑сы йй. Өфө өйәҙенең Ильин а. (хәҙ. Өфө р‑ны Бурцев а.), Соҡалаҡ й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйындағы ерҙәргә һ.б. эйә була.

Әҙәб.: Журнал Уфимской комендантской канцелярии 1773—1774 гг. //Южноуральский археографический сборник. Уфа, 1973. Вып.1; Гвоздикова И.М. Уфимские казаки // Башкирский край. Уфа, 1993. Вып.3.

В.А.Иванов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика