БӘЛӘКӘЙ АРЫҪЛАНҒОЛ, Вәзәм, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Әбеш а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 69 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 125 км алыҫлыҡта Вәзәм й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) тамағында, Шайтантау заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 296 кеше; 1920 — 366; 1939 — 398; 1959 — 286; 1989 — 329; 2002 — 347; 2010 — 351 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Оло Әбеш урта мәктәбе филиалы), фельдшеракушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Орск өйәҙе Үҫәргән улусы Арыҫланғол а. (хәҙ. Оло Арыҫланғол а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1900 й. 3 ауыл теркәлгән: 1‑се Арыҫланғол (Оло Арыҫланғол), 2‑се Арыҫланғол һәм 3‑сө Арыҫланғол (20‑се йй. һуңғы ике ауыл хәҙ. исемде йөрөткән бер ауылға ҡушылған).

Р.С.Рәхимов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика