БУРЦЕВ, Өфө р‑нындағы ауыл, Урыҫ-Юрмаш а/ с ҡарай. Өфө ҡ. К.‑Көнс. 25 км һәм Юрмаш т. юл ст. К.‑Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта Юрмаш й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 159 кеше; 1920 — 222; 1939 — 158; 1959 — 215; 1989 — 113; 2002 — 140; 2010 — 217 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

17 б. аҙ. — 18 б. башында Нуғай даруғаһында Артемьевтарҙың Ильин исемле ауылы булараҡ нигеҙ һалына. 1785 й. алып П.И.Бурцевтыҡы була (хәҙ. исеме шунан). Шулай уҡ Пронино исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 27 йортта 175 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. һыу һәм пар тирмәндәре, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика