БӘЛӘБӘЙ ҺӨТ КОМБИНАТЫ, ААЙ. Составы: айыртылмаған һөт продукцияһы етештереү (1964), май яһау (1965), сыр эшләү (1966), икенсел сеймалды эшкәртеү (1974) цехтары; 1 мең т һыйҙырышлы сыр һаҡлағыс (1981). 2010 й. 529 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

1932 й. Бәләбәй һөт з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1953 й. алып Бәләбәй баш май з‑ды, 1958 й. — Бәләбәй ҡала һөт з‑ды, 1983 й. хәҙ. исемен йөрөтә, 1994 й. хәҙ. статусын ала. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1971). Б.һ.к. м‑н Р.С.Исламов, Т.Л.Каткова, Н.М.Никитенко һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика